Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
3 Ғинуар , 11:00

Билмән яратаһығыҙмы?

Күпләп билмән эшләү осоро килеп етте. Супер билмән ҡамыры:

Билмән яратаһығыҙмы?
Билмән яратаһығыҙмы?

Кәрәк була:

- 1 ст. газлы минераль һыу
- йомортҡа 1 шт
- тоҙ 0, 5 балғ.
- шәкәр 0, 5 ч.л.
- көнбағыш майы 4 аш ҡ.
- он 4 ст. (әҙерәк тә мөмкин)

Әҙерләү:

Табаҡта ондан башҡаһын ҡушып болғайбыҙ. Яйлап он өҫтәй барып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ялтырап, һағыҙланып торорға тейеш.Ҡулға ла, өҫтәлгә йәбешмәй. Был ҡамырҙан эшләнгән билмәнде һыуҙа ла, мейестә лә бешерергә һәм быҡтырырға ла була. Шулай уҡ, әгәр йомортҡа ҡушмаһағыҙ, чебурек өсөн дә бына тигән ҡамыр килеп сыға.

Аштарығыҙ тәмле, тормоштарығыҙ йәмле булһын!

 

Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы

Автор:
Читайте нас: