Торатау
+2 °С
Ясна
Ышаныс телефондары
Вк
Макс
Аш-һыу
28 Декабрь 2023, 06:00
“Беренсе ҡар” салаты
.
Добавить в предпочтительные источники Google
Кәрәк була:
- 200 гр. бешкән тауыҡ ите;
- 3 йомортҡа;
- 80 гр. сыр;
- 40 гр. грек сәтләүеге;
- һөйәкһеҙ виноград;
- майонез;
- тәменә ҡарап тоҙ.
Әҙерләү:
Тауыҡ итен, йомортҡаны һаламлап турарға, сырҙы ҡырғыс аша үткәрергә, сәтләүекте ваҡларға. Һәр ингредиентты айырым майонез менән бутарға, теләк булғанда бер аҙ тоҙ һибергә (сырҙың бер өлөшөн биҙәү өсөн ҡалдырырға).
Түбәндегә тәртиптә ҡатлап һалырға:
- тауыҡ ите;
- сәтләүек;
- сыр;
- йомортҡа.
Салаттың ситтәренә ҡалған сырҙы һибергә, өҫтөн урталай ҡырҡылған виноград, сырҙан яһалған ҡар бөртөктәре менән биҙәргә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ сәмле, тормошоғоҙ йәмле булһын!
Автор:
Читайте нас
MAX
вк
дзен
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"