Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
27 Декабрь 2023, 17:00

"Париж уттары" салаты

Яңы йыл табынына "Париж уттары" салатын өйрәнә торайыҡ.

Кәрәк була:
- эре ҡырғыстан үткәрелгән кишер, уға әҙерәк тоҙ һибелә;
- оҙонсалап туралған ҡыяр;
- ҡырғыс аша үткәрелгән сыр;
- тауыҡ ите;
- оҙонсалап туралған пекин кәбеҫтәһе (өҫтөнә ҡыҙыл сөгөлдөр һуты һибергә мөмкин);
- 2 ҡап кириешки.
Ҙур тәрилкә алабыҙ һәм уға ошо ингредиенттарҙы бер тигеҙ күләмдә түңәрәк буйлап теҙәбеҙ. Һәр төр икешәр тапҡыр ҡабатлана.
Уртаһына майонез менән һарымһаҡ һалабыҙ. Ситтәренән петрушка, укроп һибеп сығырға кәрәк.

Тәмле булһын!

Автор:
Читайте нас: