Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
19 Ноябрь 2023, 15:00

Ҡамырығыҙ уңамы?

Уңған хужабикәләр өсөн бер нисә кәңәш

Ҡамырығыҙ уңамы?
Ҡамырығыҙ уңамы?

Күп хужабикәләр ҡамырҙарын уңдыра алмай, йонсой. Ҡамырығыҙ уңһын тиһәгеҙ:

Ҡамырға һыуҙа ебетелгән картуф крахмалы ҡушҡанда, бәлеш-булкалар иртәгәһенә лә ҡабарынҡы, хуш еҫле һәм йомшаҡ буласаҡ.

Ҡамырға һөт урынына ярты стакандай минераль һыу өҫтәгеҙ. Ҡабарынҡы бәлештәр иртәгәһенә лә үҙ тәме менән ҡыуандырыр.

Ҡамыр баҫҡан бүлмәлә үтәләй ел булмаһын, ел булғанда, тығыҙ ҡатлам барлыҡҡа килеп, бәлештең өҫтө ҡаты буласаҡ.

Әсе ҡамыр баҫҡанда, онға ҡуша торған һөт йәки һыу 30-30 градус йылылыҡта булһын, унан эҫерәк йәки һыуығыраҡ булһа, сүпрә яҡшылап ҡабармаясаҡ.

Ҡамырға шәкәрҙе күберәк һалғанда, бәлеш өҫтө тиҙ үк ҡыҙарасаҡ һәм көйәсәк.

Бәлештең өҫтөн бешеп сығыр алдынан йомортҡа ағы менән буяғанда, матур һәм ялтыр төҫлө булып бешә.
Ҡамырға ҡушыр алдынан йөҙөмдө онда болғап алырға кәрәк.

Бәлеште эҫе килеш ҡырҡырға ярамай. Әммә ҡабаланып, ҡырҡырға тура килһә, бысаҡты тәүҙә эҫе һыуға тығып алығыҙ. Унан ҡоротҡансы һөртөп, шунан ҡырҡһағыҙ, бәлеш үҙ йөҙөн юғалтмаясаҡ.

Бәлештәрегеҙ тәмле булһын!

 
 
 
Фото редакция архивынан
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: