Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Сентябрь 2023, 15:00

Кефирҙан ҡоймаҡ

Сәй табынына кефирҙан үтә күренмәле ҡоймаҡ әҙерләйек!

Кефирҙан ҡоймаҡ
Кефирҙан ҡоймаҡ
Бының өсөн 1 стакан кефир, 150 гр он, 1 йомортҡа, 1/3 сәй ҡалағы сода, 1 аш ҡалағы көнбағыш майы, 0,5 ст ҡайнар һыу, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1/3 сәй ҡалағы тоҙ.
 
Кефир, йомортҡа, шәкәр, тоҙ һәм ондо яҡшы ғына итеп туғыйбыҙ. Ҡайнар һыуға сода һалып етеҙ генә бутап ҡамырға ағыҙабыҙ. Барыһын да бергә бутағас, 5 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Артабан был массаға көнбағыш майы һалып тағы ла туғыйбыҙ. Майланған табала ике яҡлап бешерәбеҙ.
 
 
Автор:
Читайте нас: