Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
22 Сентябрь 2023, 17:00

Эремсекле бәрәмәс

Ҡамыр өсөн бер йомортҡа, 2 аш ҡалағы шәкәр, бер семтем тоҙ, 250 мл һөт, 500-550 гр он, 1 аш ҡалағы ҡоро әсетке, 80 гр аҡ май алына.

Эремсекле бәрәмәс
Эремсекле бәрәмәс

Эслек өсөн 500 гр эремсек, 2-3 аш ҡалағы шәкәр, 1 йомортҡа кәрәк була.
Бәрәмәстең өҫтөн һылау өсөн 1 йомортҡаға 1 аш ҡалағы һөт ҡойоп туҡыр кәрәк.
Башта йомортҡаны шәкәр һәм тоҙ менән туҡып алабыҙ. Унан йылы һөт ҡойоп болғатабыҙ. Ондо ҡоро сүпрә менән бутайбыҙ һәм өҫтөнә әҙ-әҙләп алдан әҙерләгән иҙмәне ҡоябыҙ һәм яҡшылап ҡамыр баҫабыҙ. Йомшаҡ ҡына ҡамырҙың өҫтөн ҡаплап, ҡабарып сыҡҡанын көтәбеҙ. Был ваҡытта эремсекте йомортҡа, шәкәр менән болғатабыҙ.
Ҡамырҙы баҫҡылап алабыҙ ҙа, уны йәйеп дүрткел формала киҫәбеҙ ҙә эремсек ҡатнашмаһын һалып сығабыҙ. Аҙаҡ ҡамыр ситтәрен бөгәбеҙ. Һәм бәрәмәсте әҙер майлы формаға теҙәбеҙ. Уның бер аҙ күтәрелгәнен көтәбеҙ.
Өҫтөнә һөтлө йомортҡа иҙмәһен һөрткәндән һуң 190 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 25 минутҡа яҡын ваҡыт эсендә бешереп алабыҙ.
Бешкән бәрәмәстәрҙе һыуытҡандан һуң табынға ултыртабыҙ.

Эремсекле бәрәмәс
Эремсекле бәрәмәс
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: