Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
21 Сентябрь 2023, 17:00

Ҡамырҙағы сосиска

Бик тиҙ, еңел генә әҙерләнә торған рецепт. Был тәмлекәсте айырыуса балалар ярата, хәтәр тәмле килеп сыға. Әйҙәгеҙ, бешереп ҡарайыҡ.

Ҡамырҙағы сосиска
Ҡамырҙағы сосиска

Был юлы ҡамырҙы әсетке менән әҙерләнем. Уның өсөн ҡоро әсетке (дрожжи), бер аш ҡалағы шәкәр, самалап тоҙ, ике ҡалаҡ көнбағыш майы, йылымыс һыу һәм он ғына кәрәк. Сосискалар ҡатыраҡ булһа, яҡшыраҡ. Ҡамыр күпергәс, уны йәйеп таҫмалар киҫеп сығабыҙ, шуның менән сосискаларҙы төрөп, майланған формаларға теҙәбеҙ. Өҫтөнә туғылған йомортҡа ла һыларға онотмағыҙ. Духовкала 180 градуста 20 минут самаһы бешерәбеҙ.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: