Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
20 Август 2023, 12:00

Гәзитебеҙ дуҫы уртаҡлаша

Баҡсасылар йәй буйы тырышып үҫтергән йәшелсәнән мул уңыш йыйып ҡыуанған мәл. Уңған хужабикәләр уларҙан төрлө консерва әҙерләп ҡыуана. Дүрт бала әсәһе Лилиә Әлмөхәмәтова ҡыяр тоҙлауҙың 90-сы йылдарҙан һаҡланып килгән рецептарын тәҡдим итә. 

Гәзитебеҙ дуҫы уртаҡлаша
Гәзитебеҙ дуҫы уртаҡлаша

- Балаларҙың ҡыярҙы шул көйөнсә ашап туйған сағы, өлгөргәндәрен тоҙлай башланым. Әле шулай уҡ баҡсаларҙа ташҡабаҡтарҙың да тәгәрәшеп ятҡан мәле. Уларҙан да ҡышҡылыҡҡа бик тәмле турамалар эшләргә мөмкин. Студент сағымда ағайым рецептар китабын бүләк иткәйне, шуларҙың бер нисәһен һеҙгә лә тәҡдим итәм, - ти Лилиә.

Маринадланған ҡыяр

Бының өсөн 7 см-ҙан да оҙон булмаған ҡыярҙарҙы һайлап алалар. Уларҙы 2 л банкаларҙа маринадлау яҡшыраҡ була. 2 л банкаға 2 лавр япрағы, 8-10 бөртөк ҡара борос, ½ ҡыҙыл әсе борос, 6-7 бөртөк ҡәнәфер, бысаҡ осонда корица һалырға. Тәмләткестәрҙе банканың төбөнә һалғас, унда ҡыяр тултырырға. Артабан маринад ҡойорға.

Маринад өсөн: 1 л һыуға 50 г тоҙ, 50 г шәкәр ҡомо һәм 2 балғалаҡ уксус эссенцияһы кәрәк.

Ҡыярҙарҙы 2 литрлы банкаларҙа маринадлау өсөн шулай уҡ башҡа тәмләткестәрҙе лә файҙаланырға була. Мәҫәлән: 20 г әнис, 3 ҡарағат япрағы, 10 г петрушка, 3 г бөтнөк, ½ ҡыҙыл әсе борос. Маринад өсөн: 1 литр һыуға – 50 г тоҙ, 50 г шәкәр, 3 балғалаҡ уксус эссенсияһы.

Консерваланған ҡыяр

Консервалау өсөн 12 см-ға тиклем ҡярҙарҙы алырға кәрәк. 

Уларҙы матурлап йыуып, һыуыҡ һыуҙа алты сәғәт тоторға. Һыуҙы ике тапҡыр алыштырырға. Артабан йәшел тәмләткестәр әҙерләйбеҙ, һарымһаҡты таҙартабыҙ.

1 л банкаға 1 теш һарымһаҡ, 1-2 лавр япрағы, 5-8 бөртөк ҡара борос, 1 ҡарағат япрағы, әнис, керән, петрушка алалар. Тәмләткестәрҙе банка төбөнә һәм һуңынан йәшелсә өҫтөнә һалырға кәрәк буласаҡ. Ҡыярҙарҙы банкаға тығыҙ итеп тултырып, уларға тоҙлоҡ ҡояһың (температураһы яҡынса 70 градус).

Ҡыярҙарҙы 90 градуста пастеризациялайҙар: 1 л – 10-12 мин., 3 л – 15 мин. Артабан уларҙы герметик ҡапларға һәм һыуытырға.

Тоҙлоҡ өсөн: 1 л һыуға 50-60 г тоҙ алырға һәм уны 5 минут ҡайнатырға. Артабан уға 125 г 5 процентлы уксус һеркәһе йәки 8 г (2 балғалаҡ) эссенция һалырға.

«Ҡәйнә теле» турамаһы

Бының өсөн беҙгә 3 кг ҡабаҡ, 3 татлы борос, 1 литр томат һуты, 1 дана ҡуҙаҡлы борос, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан шәкәр, 1 стакан үҫемлек майы, 100 г иҙелгән һарымһаҡ,
60 г 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк буласаҡ.

Әҙерләү: Һалмалап туралған боростарға томат һутын ҡойоп болғатырға, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы өҫтәргә һәм ҡайнатырға. Ҡайнап сыҡҡас, түңәрәкләп туралған ҡабаҡтарҙы өҫтәйбеҙ. 15-20 минут бешерергә. Аҙаҡтан һарымһаҡ һәм уксус өҫтәйбеҙ. Банкаларға һалып ҡапҡастарын ябырға. Өс килограмм ҡабаҡҡа 1 литр һут етә, сөнки бешергәндә ҡабаҡтарҙың һуты сыға.

Ташҡабаҡтан тәмле ҡабымлыҡ

Уны әҙерләү өсөн 2 кг ҡабаҡ, бер татлы борос, бер алма, бер баш һуған, берике чили боросо, бер кишер, бер баш һарымһаҡ, 70 г томат пастаһы, 200 г шәкәр, 100 г 9 процентлы аш һеркәһе алына. 

Алма, борос һәм кишер ҡушып әҙерләнгән был ҡабымлыҡ бик тәмле һәм кетерләп кенә тора. Уны әҙерләү өсөн орлоҡланып өлгөрмәгән йәш ташҡабаҡтарҙы алырға һәм ҡабығын әрсеп оҙонсалай турарға. Ҡалған йәшелсәләрҙең барыһын да ит үткәргес аша үткәреп, тоҙ, шәкәр, томат пастаһы һәм аш һеркәһе ҡушып, кәстрүлгә һалып, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, ҡабаҡтарҙы ла шунда ҡушырға һәм талғын утта ҡайнатырға. Болғатып торорға онотмағыҙ. Тәүҙә һыуы әҙ һымаҡ тойолһа ла, һуңынан ҡабаҡтарҙан һут бүленеп сыға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң, бер сәғәт самаһы ҡайнатырға кәрәк. Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға һалып, яҡшы итеп ябырға һәм түңкәреп ҡуйып, һыуынғансы йылы юрған менән ҡапларға.

Слива менән әфлисундан компот

300 г слива йәки күгән (терн), 1 әфлисун, 2,5 л һыу, 300 г шәкәр кәрәк.

Стерилләнгән банкаларға түңәрәкләп туралған әфлисун, күгән һалырға ла, өҫтөнә эҫе сироп ҡойоп, 20 минут ситкә ултыртып торорға. Һуңынан сиропты банканан бушатып, ҡайнатырға һәм яңынан емештәр өҫтөнө ҡойорға.


Автор фотоһы.

Гәзитебеҙ дуҫы уртаҡлаша
Гәзитебеҙ дуҫы уртаҡлаша
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: