Аш-һыу
15 Августа 2023, 09:00

Ҡыҙыл кәбеҫтә тоҙлайыҡ

Бындай ысул менән әҙерләнгән кәбеҫтәне бөтәһе лә ярата. Көндәлек ашауға ғына түгел, ә байрам өҫтәленә лә ҡуйырға мөмкин. Әҙерләүе бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай. Уның өсөн:

Ҡыҙыл кәбеҫтә тоҙлайыҡҠыҙыл кәбеҫтә тоҙлайыҡ
Ҡыҙыл кәбеҫтә тоҙлайыҡ

5 кг кәбеҫтә, 0,5 кг сөгөлдөр, 1 әсе борос, 1 керән тамыры.

Тоҙлама өсөн кәрәк: 1,2 литр һыу, 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 лавр япрағы, 5 түңәрәк ҡара борос.

Кәбеҫтәнең ҙурлығына ҡарап, 6-8 өлөшкә бүләбеҙ. Сөгөлдөрҙө нәҙек кенә итеп түңәрәктәргә ҡырҡабыҙ. Керән тамырын ваҡлайбыҙ. Тоҙламаны әҙерләйбеҙ: һыуға тоҙ һәм тәмләткестәрҙе һалып, 15 минуттай ҡайнатып алабыҙ. Кәбеҫтәләрҙе сөгөлдөр менән ҡуша стерилләнгән банкаларға һалабыҙ, өҫтөнә тоҙлама ҡоябыҙ һәм капрон крышка менән ябабыҙ. Комната температураһында 3 көн тотҡас, һалҡын урынға ҡуйырға.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:
Читайте нас