

Әҙерләү: башта помидорҙарға ҡайнаған һыу ҡоябыҙ, тышы әрселһен өсөн. Уларҙы ит турағыс йәки блендер аша үткәрәбеҙ ҙә, орлоҡтары төшмәһен өсөн һөҙгөс аша һөҙәбеҙ. Шунан эмалле һауытҡа һалып талғын ғына утта ҡайнатабыҙ. Тоҙ, шәкәр ҡушабыҙ.
Ҡайнап сыҡҡас, өҫтөндәге күбек бөткәс һүндерәбеҙ. Сода менән таҙа итеп йыуылған ҙур ашнаҡсы ҡалағы менән стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ҡапҡасын ябабыҙ. Һыуығас, ҡояш нуры төшмәгән урында һаҡлайбыҙ.
Сығанаҡ: https://vk.com/uldash_fm?w=wall-4647320_453306
Фото: https://unsplash.com/