

Буш банка күреп ҡалһа, уны шундуҡ нимә менәндер тултырып, ҡапҡас ябып та ҡуя. Әле бына алманан 60-тан ашыу банка повидло әҙерләп өлгөргән. Абрикос, еләктән дә тәмле ҡайнатмалар эшләгән. “Ҡыш көнө балаларҙы һыйлап, хуш еҫле ҡайнатмалар менән тәмләп сәй эсеүе үҙе бер кинәнес!” - ти Нурия Фәйзрахман ҡыҙы. Бөгөн ул һеҙҙең иғтибарға үҙе электән яратып ҡулланған алма повидлоһы рецебы менән уртаҡлаша.
- Алмаларҙы йыуып, эсен алып таҙартам. Әҙ генә һыу һалып яй утта бешерәм. Бешеп сыҡҡас иләккә һалып иҙгес менән оҙаҡ итеп иҙәм. Сүбе иләктә тороп ҡала. Шулай пюре килеп сыға. Уға әҙ генә шәкәр һалып, тағы ла яй утта ҡайнатам.
Минең шәкәр һалыу, ҡайнатыу – барыһы ла күҙ өйрәнгәнсә, самалап эшләйем. Ҡулым оҫтарып бөткән инде. Блендер ҙа ҡулланмайым.
Фото Нурия Мөхәмәтйәнова архивынан.