Аш-һыу
25 Июля 2023, 09:00

Ҡыярҙан соус

Ҡәҙимге булмаған бындай соус күптәргә хуш килер тип уйлайым. Ябай әҙерләнә, бик тәмле лә килеп сыға. Уны иткә, икмәккә, йәшелсәләргә ҡушып ашаһаң була.

Ҡыярҙан соусҠыярҙан соус
Ҡыярҙан соус

Бының өсөн бер ҙур ҡыярҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Әҙ генә һыуын һығып алабыҙ. Был ҡатнашмаға 100 гр аҡ йомшаҡ сыр (сливочный), 2 төш ваҡланған һарымһаҡ, 3 аш ҡалағы ҡуйы ҡаймаҡ, 1 сәй ҡалағы ваҡ итеп туралған укроп өҫтәп бутайбыҙ.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас