Аш-һыу
19 Июль 2023, 07:00

Йәшел крыжовниктан ҡайнатма

Кәрәк: 3 кг крыжовник, 3 әфлисун, 2 лимон, 5 кг шәкәр.

Йәшел крыжовниктан ҡайнатмаЙәшел крыжовниктан ҡайнатма
Йәшел крыжовниктан ҡайнатма
Әҙерләү: тәртибе: крыжовниктарҙы таҙартабыз, әфлисун менән лимондың төштәрен алабыҙ, әфлисун ҡабығы менән, ә лимон ҡабыҡһыҙ - барыһын бергә ит үткәргестән үткәреп, шәкәр менән болғатабыҙ.
 
1 көн өйҙә тотабыҙ, шәкәр эреп бөтһөн өсөн болғатып торабыҙ, аҙаҡ банкаларға тултырып һаҡларға ҡуябыҙ, ләкин һыуытҡысҡа түгел. Бер нимә лә ҡушмай ғына бындай ҡайнатманы ҡыш көнө ашауы бигерәк тәмле!
 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:
Читайте нас