Ҡурай еләгенең һутын һығып алырға ла, фарфор һауытҡа һалып һыуытырға. Һуты алынған еләк ҡалдығына 3 стакан һыу ҡойорға һәм шәкәр ҡушып, ҡайнатып сығарырға ла 1 стакан һыу менән буталған крахмал өҫтәргә, ҡуйырғансы тоторға. Кеҫәлде ҡайнап сыҡҡас та уттан алып, еләктең һутын өҫтәп бутарға. Эсемлеккә 1 г тирәһе лимон кислотаһы һалырға мөмкин.