

Помидор – 4 кг,
кишер – 1,5 кг,
һуған – 1 кг,
борос – 1 кг,
көнбағыш майы – 400 г,
дөгө – 1-1,5-2 стакан (кем нисек ярата: ҡуйыраҡмы әллә шыйығыраҡмы),
тоҙ – 100г,
шәкәр – 200 г,
уксус – 80 г.
Әҙерләү:
Помидорҙарҙы ит турағыс, кишерҙе терка аша үткәрергә, һуғанды ярым түңәрәк, боросто оҙонсалап турарға. Дөгөнө алдан әҙер була яҙғансы бешереп алырға. Бөтә йәшелсәләрҙе бергә ҡушып, 30 минут тирәһе бешерергә һәм дөгөнө өҫтәп, тағы 5-7 минут тирәһе бешереп алырға. Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға һалып, йылы “тун” аҫтына ҡуйырға.
Фото: https://unsplash.com/