Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
27 Май 2023, 18:00

Күп сирҙәрҙән дауа

Буҙа әҙерләүҙең бер ысулы.

Күп сирҙәрҙән дауа
Күп сирҙәрҙән дауа

Геркулес ярмаһы - 4 стакан, талҡан - 2 стакан, аҡ май- 5-6 ҡалаҡ, әҙ генә туң май кәрәк буласаҡ.

1. Иң тәүҙә духовкала геркулесты ҡыҙҙырып алабыҙ. Был мөһим, сөнки зыянлы тип һаналған фитин кислотаһы юҡҡа сыға. Шунан блендер, йә иһә ит үткәргес аша үткәрәбеҙ. Аҡ майҙы, иретелгән туңмайҙы ҡушып бутайбыҙ.
2. Магазинда һатылған йә үҙегеҙ эшләгән талҡан онон һалҡын һыуға һалып болғатабыҙ ҙа утта бешерәбеҙ. Ҡайнап сыҡҡас өҫтөнә ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ. Был масса ҡуйы ғына кеҫәл кеүек килеп сыға.
3. Майлы геркулес оно менән талҡан кеҫәлен бергә ҡушабыҙ, өҫтөнә 3 литр самаһы ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа яҡшылап бутайбыҙ.
4. Ҡалын сепрәк менән урап йылы урынға ҡуябыҙ бер тәүлеккә.
5. Бер тәүлектән һуң ул тағы ла ҡуйыра, тағы ла шыйыҡлап ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ, тик үтә лә шыйыҡ булырға тейеш түгел.

6. Иләк аша ошо массаны һөҙәбеҙ ҙә, йылы урынға ҡуябыҙ. 1-2 тәүлектән ул ҡабарып сыға, әҙ генә шәкәр өҫтәйбеҙ. Әҙер буҙаны һалҡын урында һаҡлайбыҙ. Әсеп китһә шәкәр ҡушып тағы ҡабартып алабыҙ.

Тәмле лә, файҙалы ла эсемлек! Сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!


Фото Яңы Һәйет мәҙәниәт йорто архивынан.

Автор:Минира Бикәнәсова.
Читайте нас: