Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
16 Февраль 2023, 19:00

Ҡарағаттан асыҡ ләүеш

200 грамм аҡ майҙы иретәбеҙ, уға әҙ генә йылымыс һөт, шәкәр, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.

Ҡарағаттан асыҡ ләүеш
Ҡарағаттан асыҡ ләүеш

Табаға ҡамырҙы һалып ҡул менән таба формаһына килгәнсе баҫып-баҫып йәйәбеҙ.

Туңдырылған ҡарағатты ҡамыр өҫтөнә йәйеп һалырға. Ҡала ҡаймағына (200гр) шәкәр (50-70гр), манный ярмаһы(2 аш ҡалағы) һалып ныҡ итеп туғырға. Ошо массаны ҡарағат өҫтөнә ҡойорға ла табаны 40 минут ҡыҙыу мейестә бешергә.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: