Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
31 Декабрь 2022, 12:00

Мандарин менән тауыҡ итенән

Был салат байрам табынығыҙға йәм өҫтәр.  

Мандарин менән тауыҡ итенән
Мандарин менән тауыҡ итенән

Бының өсөн консерваланған ике-өс ананас, 180 грамм тауыҡ ите, бер-ике мандарин, бер банка кукуруз, 60 грамм гранат, тоҙ, әнис, майонез кәрәк.

Тәүҙә мандариндарҙы төшөнән, ҡабығынан таҙартып, ваҡ өлөштәрҙе айырып сығабыҙ. Тауыҡ итен бешереп, ваҡлап турайбыҙ. Унан - ананастарҙы. Әҙер ризыҡтарҙың барыһын бергә ҡушып, таҙартылған гранат емештәрен, кукурузды өҫтәйбеҙ. Әнисте ваҡлап ҡушабыҙ. Тоҙ, майонез һалып, һәйбәтләп бутайбыҙ.

Салат әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!

 

 

Фото: kushat.net

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: