Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
30 Декабрь 2022, 17:00

Диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаларынан салат

Яңы йыл табынына ниндәй салаттар әҙерләргә икән, тип баштарын ҡатырыусылар етәрлек. Был еңел генә салатты үҙегеҙгә алып ҡуйһағыҙ ҙа була, бик тәмле килеп сыға.

Диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаларынан салат
Диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаларынан салат
Кәрәк: 2 помидор, 1 ҡап диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаһы, йәшел һуған, 100 гр ҡаты сыр, ½ ст ҡаймаҡ, 2 теш һарымһаҡ, самалап тоҙ, тәменсә борос.
 
Помидор һәм диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаларын шаҡмаҡлап киҫәбеҙ. Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, һуғанды турайбыҙ. Соус өсөн ҡаймаҡ, тоҙ, борос һәм иҙелгән һарымһаҡты бутайбыҙ. Һауытҡа ҡатлап һалабыҙ. Башта киҫелгән помидорҙың ярты өлөшөн + соус + диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсалары + һуған+ соус + ҡалған помидор + соус + сыр. Теләк буйынса өҫтөн укроп һәм башҡа йәшелсәләр менән биҙәһәгеҙ ҙә була.
 
 
Автор:
Читайте нас: