Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
21 Ноябрь 2022, 13:00

Сей ҡабаҡтың файҙаһы ҙур

Бешермәгән йәшелсәлә һирәк осрай торған Т витамины бар, уның организмға етешмәүе метаболизмды һәм ҡан яңырыу процесын боҙа.

Сей ҡабаҡтың файҙаһы ҙур
Сей ҡабаҡтың файҙаһы ҙур

Бешермәгән йәшелсәлә һирәк осрай торған Т витамины бар, уның организмға етешмәүе метаболизмды һәм ҡан яңырыу процесын боҙа. Ябығырға, мускулдарын үҫтерергә, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яйға һалырға, хәлһеҙлек, көйһөҙлөктө еңергә, иммунитетты күтәрергә ниәтләнгәндәр өсөн дә был витамин бик кәрәк. Сей ҡабаҡта (тыква) башҡа төрлө витаминдар ҙа һаҡлана, шуның өсөн уны бешермәйенсә ашау һаулыҡ өсөн күберәк файҙа килтерә. Тик уны дөрөҫ ҡуллана һәм башҡа аҙыҡ менән яраштыра белергә кәрәк.

Ҡабаҡтан түбәндәге рецепттар буйынса коктейль әҙерләп эсергә мөмкин.

Ҡабаҡ менән кишерҙән коктейль. Ул иммунитетты күтәреү өсөн бик шәп сара. Эшләнеше ябай һәм һәр кемдең ҡулынан килерлек.

Әҙерләү өсөн 150 грамм ҡабаҡ, 100 грамм кишер, бер стакан ҡушымтаһыҙ тәбиғи йогурт кәрәк. Кишер менән ҡабаҡты бәләкәй шаҡмаҡлап турап, блендерҙа ваҡлайбыҙ. Ҡушылмаға йогурт өҫтәгәс, тағы бер аҙ блендерҙа өйрөлтөп, күпертеп алабыҙ.

Ҡабаҡ һәм әфлисундан коктейль яһау өсөн 200 грамм ҡабаҡ, бер әфлисун, ике финик, ике күрәгә, тәменсә дәрсен алына.

Барлыҡ ингредиенттарҙы блендерҙа ваҡлап, иң һуңынан дәрсен өҫтәп болғатабыҙ - коктейль әҙер!

Ҡабаҡ һәм имбирь. 200 грамм ҡабаҡ, бер банан, ике балғалаҡ ваҡланған имбирь тамыры, 30 грамм миндаль сәтләүеге, бер балғалаҡ бал, тәменсә дәрсен ярҙамында әҙерләнә коктейль. Банан, ҡабаҡ, имбирҙе блендерҙа ваҡлап, коктейль яһайбыҙ. Ҡулланыр алдынан бал, дәрсен һәм ваҡланған миндаль өҫтәйбеҙ.

Ҡабаҡ һәм һоло яҫмығы
200 грамм ҡабаҡ, 2-3 ҡалаҡ һоло яҫмығы, 200 миллилитр һөт, бер балғалаҡ бал, ярты балғалаҡ дәрсен кәрәк. Иң тәүҙә блендерҙа ҡабаҡты ваҡлайбыҙ, шунан геркулес, бал, дәрсен һәм һөттө өҫтәп, туҡытып алабыҙ.

Бындай коктейлдәр иртәнге ашты алмаштыра ала - бик туҡлыҡлы һәм файҙалы. Ябығырға теләгәндәр өсөн имбирле эсемлек, ә иртән эшкә күтәренке кәйеф менән килергә уйлағандар әфлисунлы коктейлде һайлай ала.

 

 

Аклима Гизатуллина

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: