Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
28 Октябрь 2022, 18:00

Маринадланған кәбеҫтә

Бер баш кәбеҫтәне, бер һарымһаҡты турап, бер уртаса ҙурлыҡтағы кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, 3 литрлы банкаға тултырып, бер нисә бөртөк ҡара борос, һарымһаҡ һалырға. 1,5 л һыуға 2 ҡалаҡ тоҙ, 200 г шәкәр, 200 г аш һеркәһе һалып, тоҙлоҡ әҙерләп, банкаға ҡойорға.

Маринадланған кәбеҫтә
Маринадланған кәбеҫтә

200 г көнбағыш майы һалырға. Һыуыҡ урында һаҡларға.
Иртәгәһенә кетерләп кенә торған маринадлы кәбеҫтә әҙер буласаҡ!

 

Автор фотоһы

Маринадланған кәбеҫтә
Маринадланған кәбеҫтә
Маринадланған кәбеҫтә
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: