Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
27 Сентябрь 2022, 15:00

Тәме – әсе, шифаһы – татлы

Көҙ – вируслы инфекция таралыуға ҡулайлы мәл. Танау мышнай башлау менән аптекаға йүгерәбеҙ, ә иммунитетты нығытырға уйламайбыҙ, баҡсаларыбыҙ тулып ятһа ла, ҡул аҫтындағы ниғмәттәрҙе ҡулланмайбыҙ.

Тәме – әсе, шифаһы – татлы
Тәме – әсе, шифаһы – татлы

Һүҙ һуған һәм уның файҙаһы тураһында. Ул, көслө дауалау сараһы булараҡ, халыҡ медицинаһында төрлө ҡатмарлы сирҙәрҙән ҡулланыла.

Һуған аш үҙләштереүҙе яйға һала, вирустарға ҡаршы тора, иммунитетты нығыта. Һуған составында тимер, калий, аскорбин кислотаһы, каротин, кверцетин, эфир майҙары, РР һәм В төркөмө витаминдары бар. Билдәле булыуынса, кверцетин – яман шеш менән көрәшеүсе ҡеүәтле элемент. Йәшелсәне бешергәндә лә, ҡыҙҙырғанда ла дауалау сифаты әллә ни кәмемәй. Уның яңы һығылған һуты ангина, грипп менән сирләгәндә, йоҡоһоҙлоҡ менән яфаланғанда, нервылар ҡаҡшағанда ярҙам итә. Дауаланыу маҡсатында бер нисә кәңәш менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ.

Диабет сиренән: 2-3 ваҡлап туралған һуғанға 2 стакан йылы һыу ҡойоп, 7-8 сәғәт тоторға, һөҙөргә. Уны аш алдынан көнөнә 3 тапҡыр бер ҡәһүә сынаяғы менән эсергә. Йүткергәндә: 1 бәрәңгене, 1 баш һуғанды, 1 алманы 1 литр һыуға һалып ҡайнатабыҙ. Һыуы яртылаш кәмегәнсе ҡайнағас, уттан алып, һыуытырға ҡуябыҙ. Әҙер шифаны балаға көнөнә 3 тапҡыр 1 балғалаҡ эсерергә. Бронхит, коклюш менән яфаланғанда: 500 грамм ваҡлап туралған һуғанға 400 грамм шәкәр ҡомо, 50 грамм бал, 1 литр һыу ҡушып, талғын утта 3 сәғәт ҡайнатырға. Һөҙгәс, таҙа шешәгә ҡойорға. Көнөнә 4–6 тапҡыр 1 ҡалаҡ эсергә.

Һалҡын тейгәндә, танау тонғанда: 2 ҡалаҡ кер һабынын һәм 2 ҡалаҡ һуғанды ҡырғыс аша үткәрергә, 2 ҡалаҡ спирт, һөт ҡушырға. Бөтәһен бергә яҡшылап бутарға ла, кәстрүлдәрҙең бәләкәйенә һалып, ҙурының өҫтөнә ҡуйып ҡайнатырға. Боҫ өҫтөндә ярты сәғәт тотҡандан һуң, мамыҡ йомарламдарына һөртөп, танау эсенә ҡуйырға. Танауҙың эргә-тирәһенә бешкән йомортҡа һалып йылытырға.

Фурункул, эренле шеш булғанда: 1 баш һуғанды бешереп, 2 балғалаҡ кер һабынын ҡырғыс аша үткәреп, бергә ҡушып иҙергә. Иҙмәне марляға яғып, ауыртҡан урынға көнөнә бер нисә тапҡыр һалырға. Ул яраны таҙарта һәм тирене һауыҡтыра. Ҡан баҫымы күтәрелгәндә: көнөнә 1-2 баш һуған ашарға кәңәш итәләр.

Сәс төптәрен нығытыу өсөн: 1 ҡалаҡ коньякты, 4 ҡалаҡ һуған һутын, 6 ҡалаҡ дегәнәк тамыры төнәтмәһен бергә ҡушып, баш тиреһенә ыуырға. Яулыҡ ябынып, 2 сәғәт тоторға, унан сәстәрҙе йыуырға.

 

Фотола: Гөлсинә Ильясова быйылғы уңышы менән.

Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: