Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
5 Сентябрь , 09:00

Сливаларың ҡойолоп ултырһа...

Фәүзиә апай Насированың ябай ғына рецебы буйынса һеҙ ҙә ҡаҡ эшләп ҡарағыҙ әле. Барыһы хаҡында - яҙмала.

Сливаларың ҡойолоп ултырһа...
Сливаларың ҡойолоп ултырһа...

Алма, сливаларығыҙҙан ҡайнатмаһын да эшләгәнһегеҙҙер, туңдырырға ла һалғанһығыҙҙыр. Ҡалғанын нимә эшләтергә белмәй, әрәм була инде, тип һис кенә лә ҡул һелтәргә ашыҡмағыҙ. Ишембай ҡалаһы эргәһендәге Смаҡай ауылынан Фәүзиә апай Насирова ябай ғына итеп ҡаҡ ҡойоу серҙәрен өйрәтә.

- Ҡаҡты төрлө емеш-еләктән ҡойорға була. Баландан, ҡарағаттан, алманан, сливанан. Мин бер эшләгәндә күп кенә итеп яһарға тырышам. Мәҫәлән, ике биҙрә алма алам. Йыуып, эсендәге үҙәгенән таҙартып, кәстрүлгә турайым һәм бешерергә ҡуям. Йәбешмәһен өсөн бер бокал һыу өҫтәйем,  бешкән сағында бутап-бутап торам. Бешеп сыҡҡас, һыуытам да дуршлаг аша үткәрәм. Ул пюре һымаҡ килеп сыға. Бер килограмға 100-200 грамм шәкәр ҡушам. Татлыраҡ итәһегеҙ килһә, күберәк һалырға мөмкин. Мәҫәлән, мин 14 килограмм алма пюреһына 1 кг 500 грамм самаһы шәкәр һалам, шуны тағы ла 15-20 минут тирәһе ҡайнатам һәм төрлө һауыттарға киптерергә һалам. Таҡта, таба кеүек һауытҡа һалһағыҙ, мотлаҡ көнбағыш йәки башҡа еҫһеҙ май менән майларға кәрәк. Хәҙер заманса япмалар ҙа бар - майламаһаң да йәбешмәй. Йоҡа ғына итеп тә, ҡалыныраҡ та йәйергә мөмкин. Ҡояшлы көндәрҙә ҡаҡ ике көндә кибеп тә сыға. Тәүҙә аҫҡы яғы бер аҙ йәбешеп торасаҡ, шуның өсөн әҙерәк елләтеп алырға онотмағыҙ, аҙаҡ урап та ҡуйырға мөмкин. Алмаға әфлисун, груша йәки сливаны ҡушып та повидло эшләргә була, икенсе бер тәм инеп китә. Әфлисунды ҡушам тиһәгеҙ, бер-икене тышы менән блендер аша үткәреп, повидлоны икенсегә ҡайнатҡанда өҫтәгеҙ.

Ҡаҡты беҙҙең ғаиләлә бик яраталар. Сит өлкәлә йәшәгән ҡыҙыма былтыр ун килограмдан ашыу ҡаҡ әҙерләп ебәрҙем. Улар шәкәр ашап бармай, ә ҡаҡты бик оҡшаталар, - тине Смаҡайҙың аш-һыу оҫтаһы.  

Әле баҡса емештәре күп саҡта уларҙың ҡәҙере юҡ һымаҡ, ә ҡышҡы һалҡындарҙа ҡаҡ менән тәмләп сәй эсеүе - үҙе бер кинәнес. Фәүзиә апайҙың рецебы буйынса һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле!

 

 

Фото: Фәүзиә Насирова архивынан.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в