Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
9 Август 2022, 12:00

Эремсекле ҡамырҙан алмалы конверттар

Кәрәк була:

Ҡамыр:
- Творог - 150 г.
- Шәкәр - 75 г.
- Йомортҡа - 1 шт.
- Тоҙ - бер семтем
- Көнбағыш майы - 6 аш ҡалағы
- Ванилин - 1 пакетик
- Он - 250 г.
- Разрыхлитель - 1 пакетик

Эслек:
- Алма - 3 шт.
- Шәкәр - 100 г.
- Корица - 1 балғалаҡ.

Һибергә:
- Мәк - 1 аш ҡалағы.

Әҙерләү:
Ҡамырҙы бөтә ингредиеттарын ҡушып баҫып, 20 минутҡа урап һалып торабыҙ. Алманы киҫәктәргә бүләбеҙ. Ҡамырҙы икегә бүлеп 24 см диаметрлы, 5 мм ҡалынлыҡта йәйбеҙ, 8 секторға ҡырҡабыҙ. Һәр өсмөйөштә 3 киҫек (надрез) яһап, ҡалын яғына алманы теҙеп, өҫтөнә шәкәр менән корица һибәбеҙ. Нәҙек яғын әйләндереп конверт яһайбыҙ.Әҙер конверттарҙы майлы табаға теҙеп, өҫтөн 1 йомортҡа һарыһы һәм 0,5 стакан һөт ҡушылмаһы менән һөртөп, мәк һибеп 25 минут тирәһе, алтын төҫкә ингәнсе духовкала бешереп алабыҙ. Хәтәр тәмле була!

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас: