Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
30 Июль 2022, 16:00

Ҡауын һайлай беләһегеҙме?

Ҡауын һайлағанда, нимәләргә иғтибар итергә кәрәк? Был осраҡта түбәндәге кәңәштәр һеҙгә ярҙам итер.

Ҡауын һайлай беләһегеҙме?
Ҡауын һайлай беләһегеҙме?

Хуш еҫтәре бөркөлөп торған тәмле-татлы ҡауынды кем генә яратмай икән?! Хәйер, беҙ уның тәме һәм хуш еҫенә генә түгел, файҙалы үҙенсәлектәренә лә мөкиббән. Емеш ашҡаҙан-эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты нығыта, кәйефте күтәрә.


Ҡауын һайлағанда, нимәләргә иғтибар итергә һуң?


Ҡабығының төҫө һәм тышҡы “ҡиәфәте”нә.

Ваҡ селтәрҙәр менән ҡапланған асыҡ һары төҫтә ул. Шул уҡ ваҡытта селтәрҙәре лә – һарғылт төҫтә. Тышы йәшкелтерәк төҫтә икән, емеш тулыһынса өлгөрөп етмәгән, тимәк. Тышындағы буй-буй бураҙналар һанына иғтибар итегеҙ: уларҙың һаны ни ҡәҙәр күберәк булһа, емеш шул тиклем татлыраҡ. Ҡауын тышында таптар, ярылған урындарҙың бармы-юҡмы икәнен ҡарағыҙ. Таптары емештең инде әкренләп яраҡһыҙға сығып барыуы тураһында һөйләй. Ярылыуы иһә – артыҡ өлгөрөү билдәһе: ярыҡтар аша емеш йомшағына төрлө вирустар, туҙан һәм бысраҡ эләгергә мөмкин.


Тығыҙлығына.

Сифатлы, һәйбәт ҡауын ҡаты булырға тейеш. Ҡулға алғас, йомшаҡ икәнен тойһағыҙ, унан баш тартығыҙ. Артыҡ өлгөргән һәм әкренләп боҙола башлаған тигән һүҙ. Шулай уҡ таш кеүек ҡап-ҡаты емешкә лә ҡыҙыҡмау хәйерле – уның өлгөрөп етмәгәнлеген аңлата был.


Хуш еҫенә.

Һайлағанда, ҡауынды еҫкәп ҡарауҙың бер ниндәй ояты юҡ. Нәҡ бына хуш еҫе уның, ысынлап та, бик татлы икәнен күрһәтә.
Ҡойроғона. Тейешле шарттарҙа өлгөрөп, үҙ ваҡытында йыйып алынған ҡауындың ҡойроғо кипкән була. Йәшел ҡойроҡлоһон алырға кәрәкмәй, сөнки бындай төҫтәге ҡойроҡ өлгөрөп етмәгәнлекте аңлата.

 

Фото:unian.net, mke.ee

Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2022-07-26/auyn-aylay-bel-ege-me-2886008

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: