Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
27 Июль 2022, 12:00

Ҡара ҡарағаттан ҡайнатма

Ҙур һауытҡа 6 стакан һыу, 10 стакан шәкәр ҡомо һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметеп, 20 минут тағы ҡайнатабыҙ.

20 минуттан һуң, был массаға 15 стакан йыуылған ҡарағат һалырға кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, теүәл 5 минут утта тотабыҙ. Күбеген йыйып алабыҙ.

Ҡайнатмаға тағы 15 стакан шәкәр ҡушып, иреп бөткәнсе болғатабыҙ. Һыуынғас, банкаларға тултырабыҙ.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: