Аш-һыу
9 Июнь 2022, 04:00

Ҡуйыртылған һөт эшләп алайыҡ

Хәҙер хужабикәләрҙең белмәгәне юҡ – нимә генә бешермәйҙәр, нимә генә әҙерләмәйҙәр. Һөттән генә күпме ризыҡ етештереп, ғаиләләрен ҡыуандыралар. Хатта балаларына туңдырмаға тиклем үҙҙәре эшләп ашатыусылар бар. Һөттән кәнфит тә эшләп алалар. Ҡуйыртылған һөттө лә (сгущенка) эшләйҙәр. Ә бына был ысулы бигерәк ябай, үҙе бигерәк тәмле килеп сыға икән.

Ҡуйыртылған һөт эшләп алайыҡҠуйыртылған һөт эшләп алайыҡ
Ҡуйыртылған һөт эшләп алайыҡ

“Литр ярым ауыл һөтөнә 400 г шәкәр, бер ҡап ваниль шәкәре ҡушып, өс сәғәт талғын утта ҡайнатып, ҡуйыртылған һөт (сгущенка) эшләп ятҡайным. Әле ашап ҡараным, бына шул тиклем-шул тиклем тәмле инде! Телеңде йотмалы! Хәс магазиндыҡы һымаҡ булһын тип, банкаға ҡойор алдынан әҙерәк блендер менән дә дырылдатып алдым”, - тип яҙа интернетта бер дуҫыбыҙ.

Һөттөң мул мәле. Бәлки, был тәмлекәсте яһап, балаларын ҡыуандырыусылар булыр.

Автор:
Читайте нас