Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Май , 10:00

Кесерткән ашы

Бының өсөн ярты килограмм тауыҡ ите, өс-дүрт бәрәңге, бер баш һуған, бер йомортҡа, бер кишер, кесереткән, ҡуҙғалаҡ, тоҙ, борос, лавр япрағы кәрәк.

Кесерткән ашы
Кесерткән ашы

Бының өсөн ярты килограмм тауыҡ ите, өс-дүрт картуф, бер баш һуған, бер йомортҡа, бер кишер, кесереткән, щавель (ҡуҙғалаҡ), тоҙ, борос, лавр япрағы кәрәк.

Әҙерләү:

Башта итте бешерергә ҡуябыҙ. Ит бешкәнсе һуған менән кишерҙе ҡыҙҙырабыҙ. Әҙер һурпаға картуф һалабыҙ. Кесерткәнде турайбыҙ. Тәүҙе кесерткәнде эҫе һыуҙа тотабыҙ. Шунан ҡуҙғалаҡты ла киҫкеләйбеҙ. Картуф бешкәс ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды, кесерткәнде, ҡуҙғалаҡты өҫтәйбеҙ.

Артабан бер шыйыҡ йомортҡаны айырым һауытта туғып, ашҡа өҫтәйбеҙ ҙә һәйбәтләп болғайбыҙ. Тағы лавр япрағы һәм башҡа төрлө тәмләткестәр һалырға мөмкин. Ашар алдынан уттан алып, 20-30 минут тирәһе ҡапҡасын ябып торабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Фото: Ok,ru

Рисаля Юмагулова

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в