-2 °С
Болотло
Ҡамырҙы 80 грамлыҡ өлөштәргә бүлергә, табаға һалырға һәм ҡабарғанын көтөргә. Һәр береһенең уртаһына ағас төйгөс менән соҡор яһарға һәм шуға эремсекле эслек һалырға.
Эслек әҙерләү өсөн эремсекте ит турағыстан йәки ҡалаҡ менән иләк аша үткәрергә. Аҡ май, һөт, йомортҡа, шәкәр ҡомо, ванилин өҫтәргә һәм ағас ҡалаҡ менән болғатырға.
Шул рәүешле әҙерләнгән эслекте өлөштәргә бүлеп ҡамырға һалырға, бысаҡ менән тигеҙләргә, өҫтөнә сей йомортҡа һөртөргә һәм 25-30 минут мейестә бешереп алырға. Табынға бәрәмәстәрҙе һыуынғас бирәләр.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан