Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
28 Март 2022, 19:00

Күрәгә бәлеше

1 бәлешкә ҡамыр өсөн 200-250 гр маргарин йәки аҡ май, ярты литр һөт, 3 йомортҡа, 3-4 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, самалап тоҙ, сода, он, ярты балғалаҡ сүпрә алына.

Күрәгә бәлеше
Күрәгә бәлеше

Эслек өсөн 0,5 кг күрәгә, алма йә булмаһа кипкән еләк тә файҙаланырға мөмкин.
Йылымыс һөткә иретелгән аҡ май ҡушып, йомортҡа һытып, бер семтем тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, сөпрә һәм самалап он өҫтәп, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы 2 сәғәткә ултыртып торорға кәрәк. Ит турағыс аша үткәрелгән күрәгәгә 2-3 ҡалаҡ шәкәр ҡушып бутағыҙ. Йәймә йәйегеҙ һәм өҫтөнә әҙер эслекте тигеҙләп яғығыҙ. Ҡалған ҡамырҙан төрлө биҙәктәр яһап, бәлештең өҫтөн биҙәгеҙ. Духовкала яй утта ярты сәғәт самаһы бешә.

 
 
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: