Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
10 Март , 11:00

Ҡоймаҡ

1 литр hөткә 0.5 литр (0.5 банка) йылымыс hыу.

Ҡоймаҡ
Ҡоймаҡ

Шуға 2 с.ҡ. пакмай, 3 с.ҡ. шәкәр ҡушырға, ҡаймаҡтан саҡ ҡына ҡуйыраҡ булырлыҡ итеп он өҫтәп, болғатып, әсетергә ҡуйырға. Масса әсеп, күпереп сыҡҡас, өҫтөнә болғата-болғата 1 стакан ҡайнап торған hыу өҫтәргә. Шунан 3 йомортҡа, 50 грамдай үҫемлек майы ҡушабыҙ. 1 аш ҡалағы тулыр-тулмаҫ тоҙ. Тағы ла 10-15 минутҡа ситкә ҡуйып торабыҙ, күпсеп сыҡҡансы. Шунан әсе ҡоймаҡты ҡоя башлаhаң да була. 

Ҡалын табанлы табаларҙа ҡойоу отошлораҡ. Табаларҙы майламайым, бешкән ҡоймаҡтарҙы hыйыр майы менән майлап, ҡатлап hалып барам. Ҡалын ғына, иләк кеүек тишекле, үтә күренмәле ҡоймаҡтар килеп сыға.

 

Сығанаҡ:https://vk.com/club148405242?w=wall-148405242_35182%2Fall

Автор:Фирҙәүес Кәримова.
Читайте нас в