

Бауырҙы йыуып, таҙартып киҫкеләйбеҙ. Уны һәм һуғанды блендер аша үткәрәбеҙ. Ошо массаға он, ҡаймаҡ, йомортҡа ҡушып, һәйбәтләп бутайбыҙ. Ҡатнашма ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Ярты килограмм бауырға бер сәй ҡалағы тоҙ, ҡара борос кәрәк. Шунан табаны йылытып, итле ҡушылманы ҡоймаҡ ҡойған һымаҡ ҡалаҡлап һалып, талғын утта бешерәбеҙ.