Аш-һыу
25 Ғинуар 2022, 05:00

Эремсекле ҡамырҙан рогаликтар

Кәрәк: 100 гр он, 100 гр эремсек, 100 гр аҡ май, семтем тоҙ, 1 йомортҡа һарыһы, 1-2 аш ҡалағы шәкәр, 1,5 аш ҡалағы корица.

Эремсекле ҡамырҙан рогаликтарЭремсекле ҡамырҙан рогаликтар
Эремсекле ҡамырҙан рогаликтар

Онға шаҡмаҡлап туралған аҡ май һәм эремсек, тоҙ һалабыҙ. Йомортҡа һарыһын ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы шыптыр тоҡсайға һалып 40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Артабан ҡамырҙы йәйеп өҫтөнә шәкәр һәм корица һибеп сығабыҙ ҙа өсмөйөшләп киҫеп рогаликтар әҙерләйбеҙ. Уларҙы майланған табаға теҙеп 25-30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Аҙаҡ 200 градусҡа духовкала 25-30 минут тирәһе бешереп алабыҙ.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_9129

Автор:
Читайте нас