Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
8 Ғинуар 2022, 19:00

Шыйыҡ ҡамыр менән тауыҡ бәлеше

Ҙур табаны майлап, кипкән икмәк валсығы (сухари) һибергә.

Шыйыҡ ҡамыр менән тауыҡ бәлеше
Шыйыҡ ҡамыр менән тауыҡ бәлеше

Табаға башта йоҡа ғына итеп теленгән бәрәңге, уның өҫтөнә - ваҡ киҫәктәргә туралған тауыҡ ите, һуған теҙеп, майонез һыларға. 2 йомортҡаға 100 г. ҡаймаҡ, 100 г. майонез, 0,5 балғалаҡ сода, 2 стакан он һалып болғатып, әҙер ҡамырҙы эслек өҫтөнә ҡойорға. Бәлеште 35-40 минут духовкала бешереп алғандан һуң, табанан алмай ғына киҫәктәргә бүлеп, табынға бирергә.

Аштарығыҙ тәмле һәм файҙалы булһын!

 

Автор:
Читайте нас: