Әҙ генә һарымһаҡ ҡырып, майонез менән болғатабыҙ. Ҡаласты турап, плита өҫтөндә генә киптереп, алһыуландырып алабыҙ. Табынға бирер алдынан ғына уны салат өҫтөнә һалабыҙ.
Иҫкәрмә: магазин ҡаймағына 1 бәләкәй телем һарымһаҡты ҡырғыстан ҡырып ҡушһаң, шуға йәшел укроп турап ебәрһәң әҙер соус барлыҡҡа килә. Дөрөҫ тукланыу сараһы булараҡ, майонезды ошо соусҡа алыштырырға мөмкин. Былай эшләгәндә, файҙаһы күберәк буласаҡ.