Аш-һыу
17 Ноябрь 2021, 04:00

Ҡыҫтыбый

Исеме ҡыҙыҡ. Тәүҙә нишләп улай атала икән тип аптыраным. Беҙҙә аяҡ аҫтында буталанып, ҡамасаулап, ҡыҫылып йөрөгән кешегә "Ҡыҫтыбый" тиҙәр. Бәрәңге, йә башҡа нимә эсенә ҡыҫтырып бешергәнгә шулай атала икән. Шулай тип аңлаттылар)))

ҠыҫтыбыйҠыҫтыбый
Ҡыҫтыбый

Ҡамыр: 1 йомортҡа, 1 стакан һөт, 1/3 стакан көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы магазин ҡаймағы, 2 аш ҡалағы иретелгән аҡ май һәм самалап тоҙ, он кәрәк. Ҡамырҙы баҫҡандаң һуң бер сәғәттәй йылыла тотһаң, еңел йәйелә. Йәймәләрҙе майһыҙ табала ике яғын әйләндереп бешереп алырға.
Эслек: теләк буйынса иҙелгән бәрәңге, йә бешкән тары ярмаһы һалырға мөмкин.

Автор:Гөлназ Ниғмәтуллина
Читайте нас