

Хөрмәлә кислоталар аҙ, шуға ла ашҡаҙан йәрәхәте, бөйөр, бауыр ауырыуҙары менән яфаланғандарға уны ҡулланыу ҡурҡыныс тыуҙырмай.
Кардиологтар ҙа был емеште кәңәш итә, сөнки ул йөрәк насар эшләгәндә организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға булышлыҡ итә, атеросклерозға ҡаршы профилактика сараһы булып тора. Шулай уҡ нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә – көнөнә бер хөрмә ашау тынысланырға һәм йоҡоно яҡшыртырға ярҙам итәсәк магний күләмен тулыландыра. Шуға ла уны көндәлек рационында ҡулланған кеше бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйәсәк.
Хөрмәне яратҡандарҙың тештәре һәм ҡаҙналары ныҡ була. Шул уҡ ваҡытта ул организмдан токсиндарҙы, шлактарҙы сығара, һимереүҙән шәп сара булып тора.
Йәннәт емеше составында күкрәк һөтөн арттырыусы окситоцин матдәһе бар.
Бала имеҙеүсе әсәйҙәр был хаҡта иҫтә тоторға тейеш.
Хөрмәне башҡа киптерелгән емештәр кеүек көкөрт кислотаһы менән эшкәртмәйҙәр, шуға ла уны шикләнмәйенсә файҙаланырға була.
Фото: https://pixabay.com/ru