Аш-һыу
29 Октябрь 2021, 12:08

Ҡайнатманан рогаликтар

Сәй алдына тәмле генә, ауыҙҙа иреп торған тәмлекәс әҙерләп ҡарайыҡ. Рецепт ябай.

Ҡайнатманан рогаликтарҠайнатманан рогаликтар
Ҡайнатманан рогаликтар

Кәрәк: 1 йомортҡа, 200 гр аҡ май, 1,5 чт он, 1 стакан шәкәр, ҡамыр күперткес (разрыхлитель), самалап һөт.
Барыһын да бергә ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы йәйеп, рогаликтар килеп сыҡһын өсөн өс мөйөшләп киҫеп сығабыҙ. Эсенә ниндәй ҡайнатма бар, шуны әҙләп һалып урайбыҙ. Духовкала 160 градуста 15-25 минутта бешеп тә сығасаҡ.

 

Автор фотоһы

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас