Аш-һыу
1 Октябрь 2021, 03:00

Кефирҙан алма бәлеше

Еңел генә әҙерләнә, ваҡытты ла күп алмай.

Кефирҙан алма бәлешеКефирҙан алма бәлеше
Кефирҙан алма бәлеше

Кәрәк: 1 ст кефир, 2 йомортҡа, 1 ст тирәһе шәкәр, 50 гр иретелгән аҡ май, 0,5 сәй ҡалағы сода, 1,5 ст он, 1 ҡап ванилин, семтем тоҙ, 2 эре алма, теләк буйынса корица, шәкәр пудраһы.
Йомортҡаны шәкәр, тоҙ, ванилин май, кефир, сода, он ҡушып туғыйбыҙ. Форманы аҡ май менән һылап, ҡамырҙың ярты өлөшөн ағыҙабыҙ. Өҫтөнә таҙартып, теленгән алма киҫәктәрен теҙеп сығабыҙ. Корица һәм әҙ генә шәкәр һибәбеҙ. Артабан ҡамырҙың икенсе өлөшөн ағыҙып, духовканы 180 градуста ҡыҙҙырып, бәлеште 40 минут бешерәбеҙ. Аҙыраҡ һыуынғас, шәкәр пудраһы һибәбеҙ.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас