Эслек өсөн 500 гр эремсек, 2-3 аш ҡалағы шәкәр, 1 йомортҡа, ярты ҡап ванилин кәрәк була.
Бәрәмәстең өҫтөн һылау өсөн 1 йомортҡаға 1 аш ҡалағы һөт ҡойоп туҡыр кәрәк.
Башта йомортҡаны шәкәр, ванилле шәкәр һәм тоҙ менән туҡып алабыҙ. Унан йылы һөт ҡойоп болғатабыҙ. Ондо ҡоро сүпрә менән бутайбыҙ һәм өҫтөнә әҙ-әҙләп алдан әҙерләгән иҙмәне ҡоябыҙ һәм яҡшылап ҡамыр баҫабыҙ. Аҙаҡ иретелгән аҡ май менән ҡамырҙы баҫабыҙ. Йомшаҡ ҡына ҡамырҙың өҫтөн ҡаплап, ҡабарып сыҡҡанын көтәбеҙ.
Был ваҡытта эремсекте йомортҡа, шәкәр һәм ванилин менән болғатабыҙ.
Ҡамырҙы бутайбыҙ ҙа, ҙур булмаған шарҙар әүәләйбеҙ һәм әҙер майлы формаға теҙәбеҙ. Уның бер аҙ күтәрелгәнен көтәбеҙ.
20 минут тирәһе үткәндән һуң "шарҙарҙың" уртаһын баҫып соҡор яһайбыҙ һәм эремсек ҡатнашмаһын һалып сығабыҙ. Өҫтөнә һөтлө йомортҡа иҙмәһен һөрткәндән һуң йәнә 10 минут тирәһе көтәбеҙ. 190 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 25 минутҡа яҡын ваҡыт эсендә бешереп алабыҙ.
Бешкән бәрәмәстәрҙе һыуытҡандан һуң табынға ултыртабыҙ.
Өҫтәлегеҙ йәмле, сәйегеҙ тәмле булһын!