

Биҙәр өсөн: 1 йомортҡа ағы, шәкәр пудраһы
Кефирҙы шәкәр менән аҙ ғына болғатып алабыҙ, шуға йомортҡа, йомортҡа һарыһын, көнбағыш майын һалабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Ошо массаға он, ванилин, соданы бергә иләк аша иләп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр бик ҡаты ла, йомшаҡ та булмаҫҡа тейеш. Ҡамырыбызҙы йәйәбеҙ, стакан ярҙамында түңәрәктәр киҫеп, пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға теҙәбеҙ. Ҡыҙған духовкаға ҡуйып бер 30 - 35 минут бешереп алабыҙ. Прәниктәребеҙ бешкән вакытта биҙәү өсөн ҡатнашма әҙерләйбеҙ. Бының өсөн йомортҡа ағын аҡ төҫкә ингәнсе болғатып аҙ - аҙлап шәкәр пудраһын һалып ап-аҡ төҫкә кергәнсе болғатабыҙ. Бешеп сыҡҡан прәнниктәрҙе духовканан алып, шыйыҡсаға бутап тарелкаларға өйөп ҡуябыҙ.