

Тәүҙә онға аҡ май ҡушып әүәләйбеҙ. Шунан йомортҡа, ҡаймаҡ, йомшартҡыс, ванил шәкәре ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Артабан эслеккә тотонабыҙ. Он менән шәкәрҙе бутайбыҙ, аҡ май ҡушып болғатабыҙ. Әҙер ҡамырҙы икегә бүләбеҙ ҙә, йәймә йәйеп, эслекте һөртәбеҙ. Рулет формаһында урайбыҙ, өлөштәргә киҫкеләйбеҙ. Формаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, киҫәктәребеҙҙе һалабыҙ ҙа 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 20-25 минут бешерәбеҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан