Аш-һыу
17 Сентябрь 2021, 14:46

Сәк-сәк

Ҡамыр өсөн: 3 йомортҡа (йылы булырға тейеш), 1 сәй ҡалағы эретелгән аҡ май, 2 стакан иләнгән он, 1 семтем сода, 300 гр. бал.

Сәк-сәкСәк-сәк
Сәк-сәк
Сироп өсөн:
100гр. — шәкәр ҡомо,
60 гр. — бал,
1 аш ҡалағы — hыу.
 
Йомортҡаларҙы әйбәтләп бутап тоҙ, сода, эретелгән аҡ май ҡушығыҙ, hуңыраҡ иләнгән он ҡушып йомошаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотоғоҙ.
 
Сәк-сәкте төрлө яҡтарҙа төрлөсә эшләйҙәр: эре, ваҡ, йоморо, оҙонса итеп киҫәләр.
 
Ҡамырҙы йоҡаҡ итеп 5 мм ҡалынлығында йәйегеҙ, йәймәне 5-7 мм ҡалынлығында таҫмалар итеп киҫегеҙ. Ул таҫмаларҙы ҡәләм ҡалынлығына тиклем ҡул менән тәгәрләтегеҙ. Әҙерәк кипкәндән hуң (5 минут тирәhе) ваҡ ҡына итеп бармаҡ быуынындай ҙурлыҡта турағыҙ. Сәк-сәкте ҡалын төплө hауытта (ҡаҙанда) ҡайнаған майҙа сильпәк менән бешерегеҙ hалам төҫөнә hәтле. Бешергәндә болғатып торорға кәрәк, сәк-сәктең бөтә яҡтары бер төҫтә бешhен тип, бешкәндән hуң ҡайнап торған майҙан алып дуршлагка hалығыҙ, артыҡ майы ағып төшhөн.
 
Сироп әҙерләу: шәкәр ҡомона hыу ҡойоғоҙ, утҡа ҡуйып эретегеҙ, болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ hәм бал өҫтәгеҙ. Сироп ҡуйыра башлағансы яй утта 30 минут болғатып ҡайнатығыҙ.
 
Сәк-сәк hыуынғас, айырым hауытта балдан эшләнгән сироп менән бутағыҙ.
 
Аҙаҡ hауыттарға өйөп hалығыҙ, ҡулдарҙы hыуыҡ hыуға манып сәк-сәкте формаларға килтерегеҙ. Сәк-сәкте йөҙөм, борсаҡ кәнфиттәр менән биҙәп була.
 
 
Роза Тазетдинова
 
Автор:
Читайте нас