Аш-һыу
9 Сентября 2021, 11:09

Помидорҙы телемләп маринадлау

Тоҙлоҡ өсөн: 3 литр һыуға 100 грамм тоҙ, 200 грамм шәкәр.

Помидорҙы телемләп маринадлауПомидорҙы телемләп маринадлау
Помидорҙы телемләп маринадлау

Стерилләнгән 700 граммлы банкалар төбөнә 1 теш һарымһаҡ, 1-2 ҡара түңәрәк борос, 1 лавр япрағы һалырға, уртаса ҙурлыҡтағы помидорҙарҙы 4-кә бүлеп, һуғанды ярым айлап сиратлаштырып тултырырға һәм өҫтөнә укроп (зонтик) һалырға һәм тоҙлоҡ өҫтәргә. Кәстрүлдәге һыуҙа помидор тултырылған банкаларҙы ҡуйып 10-15 минут тотҡас, 1 аш ҡалағы аш һеркәһе һалып ябып ҡуйырға.

 
 
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас