Аш-һыу
6 Сентябрь 2021, 12:05

Балан бәлеше

Ҡамыр өсөн: 0,5 литр һөт, 150 грамм аҡ май, 1 йомортҡа, самалап он, бер аш ҡалағы шәкәр, сода, тоҙ.

Балан бәлешеБалан бәлеше
Балан бәлеше

Эслек өсөн: 500 грамм әҙер балан, бер йомортҡа – бәлеш өҫтө өсөн, 4 аш ҡалағы шәкәр, бер ҡалаҡ манный ярмаһы.
Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫырға. Баланды сүптәренән айырып һәйбәтләп йыуырға, әҙерәк һыу һалып, шәкәр һалып утта ҡайнатып алабыҙ. Шунан һыуытып бер ҡалаҡ манный ярмаһы ҡушабыҙ (бәлеш һуты аҡмаһын өсөн).
Ҡамырҙы икегә бүлергә. Бер бүлеме (бәлештең аҫты) ҙурыраҡ булһын. Ҡамырҙың ҙур киҫәген йәйегеҙ һәм майланған табаға һалығыҙ. Ҡамыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап түшәп һалығыҙ, өҫтөнә әҙерәк шәкәр һибергә. Балан өҫтөн икенсе йәйелгән ҡамыр менән ҡаплап йәбештереп ҡуйығыҙ. Бәлештең өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ (бешкәндә эсенән пар сыҡһын өсөн).
Духовкала йәки мейестә 20-25 минут бешерергә. Бешкән бәлештең өҫтөнә йомортҡа һарыһын һөртөгөҙ.

 
 
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас