Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
19 Август 2021, 07:50

Банандан ҡоймаҡ

Ҡоймаҡты төрлөләндереп әҙерләйем тиһәгеҙ, был ысул үҙенсәлекле лә, файҙалы ла булыр.

Банандан ҡоймаҡ
Банандан ҡоймаҡ

Банандан ҡоймаҡ өсөн 60 грамм һөт, 300 грамм банан, бер йомортҡа, 100 грамм он, 30 грамм үҫемлек майы, тоҙ талап ителә.

Йомортҡаны тоҙ менән туғырға. Унан сәнске менән иҙелгән бананды ҡушып болғатырға. Йылымыс һөт, артабан он ҡушып, тағы ла яҡшылап туғырға. Ҡамыр ҡаймаҡ шыйыҡлығында килеп сығырға тейеш.

Ҡыҙған табаға бәләкәс кенә түңәрәктәр рәүешендә ҡоймаҡтар ҡоябыҙ. Табынға ҡаймаҡ, бал, ҡайнатма менән бирелә.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: