Аш-һыу
18 Августа 2021, 10:35

Маринадланған ҡабаҡ

Әле баҡсала ҡабаҡтар ѳлгѳргән мәл. Ҡышҡылыҡҡа бынамын тигән салат килеп сыға. Мотлаҡ эшләгеҙ!

Кәрәк: 1,5 кг ҡабаҡ, 1 әсе борос, 0,25гр әнис, 0,25 гр петрушка, 3-4 теш һарымһаҡ, 120 мл үҫемлек майы, 120 мл аш һеркәһе 9% , 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы ыуылған ҡара борос.

Әҙерләү: башта ҡабаҡтарҙы яҡшылап йыуырға һәм тышын таҙартып турарға. Уның өҫтөнә преслап баҫтырылған һарымһаҡ, тоҙ, борос, шәкәр, май ҡушып болғатырға. Артабан орлоҡтары алынып балдаҡлап ҡырҡылған әсе боросто, ваҡ итеп туралған әнис менән укропты һалып, аш һеркәһе ҡушып бутайбыҙ. 3 сәғәткә шул көйө ҡалдырып торабыҙ. Һуңынан маринадланған ҡабаҡтарҙы банкаларға тултырып, ҡапҡастарын һалып 7-8 минут стерилләгәндән һуң, нығытып ябып, һыуынғанға тиклем түңкәреп ҡуябыҙ.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас