Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
12 Август 2021, 13:30

Бәрәңгенән кәтлит

Бының өсөн кәрәк: 10-12 бәрәңге, ике йомортҡа, ике аш ҡалағы аҡ май, ике аш ҡалағы он йәки сохари онтағы, бер баш һуған, дүрт аш ҡалағы ҡаймаҡ йәки май, тәменсә тоҙ һәм йәшел тәмләткестәр.

Бәрәңгенән кәтлит
Бәрәңгенән кәтлит

Бәрәңгене әрсеп бешерергә. Һыуын һарҡытҡас, ҡайнар көйө иҙергә. Еңелсә һыуынған бәрәңгегә сей йомортҡа, ҡыҙҙырылған һуған һалып яҡшылап бутағас, кәтлиттәр яһарға. Онда йәки сохари онтағында әүәләгәс, ике яҡлап әҙер булғансы ҡыҙҙырырға. Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан май йәки ҡаймаҡ ҡойоп, йәшел тәмләткестәр һибергә.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: