

Бының өсөн 150-200 грамм он, бер сәй ҡалағы йомшартҡыс, 200 грамм эремсек, 100 грамм аҡ май, ике аш ҡалағы шәкәр, 1/3 сәй ҡалағы тоҙ, ванилин кәрәк.
Тәүҙә эремсеккә аҡ май, шәкәр, ванилин, йомшартҡыс, тоҙ һалып һәйбәтләп бутайбыҙ. Он өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ ҙа 30-40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Аҙаҡ уны һыуытҡыстан сығарып, өс өлөшкә бүләбеҙ. Дүрт мөйөш формаһында ҡамыр йәйәбеҙ. Өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ. Икенсе, өсөнсө ҡатына ла шулай уҡ йәйеп шәкәр һибәбеҙ ҙә дүрт мөйөш формаһында киҫкеләйбеҙ.
Артабан формаға аш ҡағыҙы түшәп теҙәбеҙ. Духовкала 180 градуста, 15-20 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан