Аш-һыу
10 Август 2021, 14:28

Алманан бәлеш

Ҡамыр өсөн 1 стакан тирәһе кефир, 4-5 аш ҡалағы көнбағыш майы, 1-2 йомортҡа, ярты стакан шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 бал ҡалағы сода аш һеркәһендә эретелә. "Разрыхлитель" һалһағыҙ ҙа була. Уртаса ҙурлыҡта яҡынса ике бәлеш килеп сығасаҡ.

Эслек өсөн алманы самалап алығыҙ. Бөтә ҡатнашмаларҙы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.

Алмаларҙы йыуып таҙартып, үҙегеҙ теләгәнсә турағыҙ. Артабан ҡамырҙы ике киҫәккә бүлеп, уҡлау менән йәйегеҙ. Ул ҡалын булмай. Табаға йәйгәс, ҡамыр өҫтөнә бер ус тирәһе манный ярмаһы һибеп ҡалдырығыҙ. Алма киҫәктәрен һалып, өҫтөнә шәкәр һибергә. Аҡ май һалһағыҙ, тағы ла тәмлерәк булыр. Ике табаға ла бәлеште әҙерләгәс, өҫтөнә ҡалған ҡамырҙан төрлө формалар эшләп биҙәһәгеҙ була.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас